Ҡатын-ҡыҙҙар көнө
Март 8, 2021
Просмотров: 64
Темәс ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһында 8 март ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған бай йөкмәткеле иртәлек үтте. Балалар әсәләргә үҙ ҡулдары менән эшләгән күп төрлө бүләктәр ҙә әҙерләнеләр.
Әсәкәйем
Таң артынан ҡояшҡа
Үрелгән гөлдәй,
Һоҡланам әсәйемә
Гел тәү күргәндәй.
Унан яҡын донъяла
Һис берәү ҙә юҡ.
Ерҙең һулышы йылы
Әсәй булғанға.
Зәңгәр күк йондоҙло
Әсәй булғанда.