Бөйөк Еңеүгә 76 йыл
Май 9, 2021
Просмотров: 58
Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арнап Темәс ауылының "Йәйғор" балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмендә байрам үтте. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, яу яланында ятып ҡалған, эҙһеҙ юғалған барлыҡ яугирҙарға, Тыуған илгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсаты нда, илебеҙҙең азатлығы хаҡына үҙ көстәрен, ғүмерҙәрен ҡыҙғанмаған Ватан һаҡсыларына, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, ғүмерҙәрен аямаған батырҙар иҫтәлегенә бағышлап балалар йырҙар йырланылар, бейеүҙәр бейенеләр, шиғырҙар һөйләнеләр һәм төрлө уйындар уйнанылар. Иҫтәлеккә үлемһеҙ полк ветерандары менән фото төштөләр.